Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2019, 13:17

Йондоҙҙар ни юрай?

2 - 8 декабргә йондоҙнамә Ҡуҙы (21.03 – 20.04) Аҙна мөһим документтарға ҡул ҡуйыу һәм етди ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн уңышлы. Яңы танышлыҡтар булдырығыҙ, элекке дуҫтарығыҙҙы ла онотмағыҙ. Сит кеше ҡайғыһына битараф булмағыҙ. Кемгәлер бурысығыҙ бар икән, уның менән мотлаҡ иҫәпләшергә кәрәк.

2 - 8 декабргә йондоҙнамә

Ҡуҙы (21.03 - 20.04)

Аҙна мөһим документтарға ҡул ҡуйыу һәм етди ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн уңышлы. Яңы танышлыҡтар булдырығыҙ, элекке дуҫтарығыҙҙы ла онотмағыҙ. Сит кеше ҡайғыһына битараф булмағыҙ. Кемгәлер бурысығыҙ бар икән, уның менән мотлаҡ иҫәпләшергә кәрәк.

Буға (21.04 - 21.05)

Эштә лә, йортоғоҙҙа ла әүҙем булырһығыҙ. Нимәгә тотонһағыҙ ҙа, яҡшы килеп сығыр. Тик бына хеҙмәттәштәрегеҙ менән бер аҙ «борсаҡ бешмәҫ». Ғәйеп һеҙҙә түгел, ә уларҙың көнсөллөгөндә. Ярҙам һорап туғандарығыҙға мөрәжәғәт итеүҙән оялмағыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 - 21.06)

Әһәмиәтле ваҡиғалар бик көтөлмәй. Башығыҙ менән эшкә сумырһығыҙ. Һыу процедуралары, массаж, яҡын кешегеҙ менән аралашыу арығанлыҡты бөтөрөр. Үҙегеҙгә аҡса йәлләмәгеҙ.Шишәмбе күптән аралашмаған танышығыҙға шылтыратығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 - 23.07)

Яҙмыш әҙерләп ҡуйған көсөргәнешле осорға әҙер түгелһегеҙ. Уны лайыҡлы үткәреп ебәреү өсөн ҡарарҙарҙы ҡыҙыулыҡ менән ҡабул итмәгеҙ. Юҡ-бар менән туғандарығыҙҙың башын ҡаңғыртмағыҙ. Йорттағылар менән ваҡ-төйәк бәхәс сығыр.

Арыҫлан (24.07 - 23.08)

Күңелегеҙгә яҡын булмаған кешеләр менән аралашмағыҙ. Өйөгөгөҙҙәге кәрәкмәгән бөтә әйберҙәрҙе ырғытығыҙ. Аҙна уртаһындағы бер танышлыҡ һеҙҙе яңғыҙлыҡтан ҡотҡарыр. Башҡа ергә күсенеү тураһында уйламағыҙ. Эшегеҙҙе лә алыштырмағыҙ.

Ҡыҙ (24.08 - 23.09)

Ғаиләгеҙ менән бергә ял итегеҙ. Уны аҙна аҙағынараҡ планлаштырығыҙ. Яҡын дуҫтарығыҙ менән аралар боҙолоп тора. Мөнәсәбәттәр Яңы йылға табан ғына яҡшырыр. Кемдер сюрприз яһап шатландырыр. Эре әйбер һатып алғанда бик иғтибарлы булығыҙ.

Үлсәү (24.09 - 23.10)

Тыныс һәм күңелле осор көтә. Балаларығыҙ яҡшы хәбәр еткерер. Өлкән йәштәге кешеләргә иғтибарлы булығыҙ. Бурысҡа аҡса бирмәгеҙ. Һалҡын тейҙереү генә кәйефегеҙҙе төшөрөр. Ғаиләгеҙ менән Яңы йылды нисек үткәреү тураһында уйланырһығыҙ.

Саян (24.10 - 22.11)

Етәкселек менән һүҙгә килешмәгеҙ. Икенсе яртығыҙҙы осратыу ихтималлығы ҙур. Шатлыҡлы хәбәр ишетерһегеҙ. Саяндарҙың йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары һәм ашҡаҙан менән проблемалар килеп тыуыуы бар. Табипҡа күренеүҙе кисектермәгеҙ.

Уҡсы (23.11 - 21.12)

Бөтә мөһим эштәрҙе ялдарға тиклем тамамларһығыҙ. Мөхәббәтегеҙгә һөйөүегеҙҙе белдереүҙән оялмағыҙ. Был аҙнала күңелһеҙ ваҡиғаның шаһиты булырға тура килер - ғәҙеллекте яҡлап сығырһығыҙ. Алкгоглле эсемлектәр эсеүҙән баш тартығыҙ.

Ылаҡ (22.12 - 20.01)

Тулҡынланыу өсөн сәбәп табылып ҡына торор. Ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәһәгеҙ, хаталарҙан азат булырһығыҙ. Фекерҙәштәрегеҙ ярҙамға килер. Сәләмәтлегегеҙҙе ҡайғыртығыҙ. Дуҫтарығыҙ, күршеләрегеҙ менән планлаштырылмаған осрашыу көтөлә.

Һыуғояр (21.01 - 19.02)

Талантығыҙҙы күрһәтеүҙән баш тартмағыҙ. Теләгән әйберегеҙҙе һатып алығыҙ. Шаршамбы бөтә эштәрҙән арынып, яңғыҙығыҙ ғына булығыҙ. Сама белмәй ашауҙан, зарарлы ризыҡтарҙан баш тартығыҙ. Күберәк уҡығыҙ, яратҡан эшегеҙ менән шөғөлләнегеҙ.

Балыҡ (20.02 - 20.03)

Яңы эш урыны эҙләү өсөн бик шәп ваҡыт. Алынған тәҡдимдәргә ҡапыл ғына ризалашмағыҙ, ныҡлап уйлағыҙ. Ата-әсәйегеҙгә, балаларығыҙға күберәк иғтибар бүлергә тырышығыҙ. Яңы таныштарығыҙҙы ныҡлы тикшерегеҙ. Финанс хәлегеҙ зарланырлыҡ түгел.


Читайте нас: