"Егерме туғыҙынсы ноябрҙә РФ Президенты Путин эш сәфәре менән Ҡабарҙы-Балҡарға бара. Нальчикта ил башлығы Рәсәй Федерацияһы президенты ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса советы ултырышын үткәрәсәк. Төп тема РФ-тың Дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы маҡсаттарын һәм бурыстарын тормошҡа ашырыу һорауҙарына ҡағыласаҡ", - тип хәбәр ителә.
РФ-тың мәҙәниәт министры Владимир Мединский һәм мәғариф министры Ольга Васильева сығыш яһаясаҡ, тип билдәләнә.
Бынан тыш, президент Ҡабарҙы-Балҡар республикаһы етәксеһе менән эшлекле осрашыу уҙғарасаҡ һәм төрлө белем биреү программалары буйынса алты меңдән ашыу һәләтле балалар шөғөллөнгән "Ҡояшлы ҡала" ижад академияһы менән танышасаҡ.
# ВладимирПутин