газета "Салауат"
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2019, 12:09

ЭКО процедураһына дәүләт ярҙамы арттырыла

ЭКО процедураһына дәүләт ярҙамын арттырырға хәл ителде. Был хаҡта Радий Хәбиров республика хөкүмәтендәге кәңәшмә йомғаҡтары буйынса социаль селтәрҙә хәбәр итте.

ЭКО процедураһына дәүләт ярҙамын арттырырға хәл ителде. Был хаҡта Радий Хәбиров республика хөкүмәтендәге кәңәшмә йомғаҡтары буйынса социаль селтәрҙә хәбәр итте.
2020 йылда ошо маҡсатҡа өҫтәмә рәүештә 83 миллион һум бүленә. Республика башлығы һүҙҙәренсә, шуның һөҙөмтәһендә 3 меңгә яҡын бала тыуырға тейеш.
«Бөгөн ҡарар ҡабул иттек, уның ярҙамында киләһе йылда республикала кәмендә 650 балаға күберәк тыуасаҡ! Беҙҙә ЭКО процедураһына дәүләт ярҙамы ҡаралған, ләкин элек аҡса етмәй ине. Быйыл 2025 ҡатын-ҡыҙ ошо мөмкинлектән файҙаланды, ә киләһендә өҫтәмә рәүештә 83 миллион бүләбеҙ, һәм ЭКО ярҙамында 3000 самаһы сабый донъяға киләсәк. Артабан өс мең ҡатын-ҡыҙҙан сиратты нулгә тиклем кәметәбеҙ һәм ЭКО-ны әүҙемерәк үҫтерерәбеҙ. Ошо кәңәшмә йомғаҡтары буйынса кәйеф – бик шәп, әйтерһең дә, йәнә атай булған кеүекмен!» — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Читайте нас: