world-weather.ru мәғлүмәттәренә ярашлы, 1-14 декабрҙә температура көндөҙ -3,-8, төндә -3,-13 градус тәшкил итә. Был көндәрҙә бер аҙ ҡар яуыуы мөмкин.
15 декабрҙән 21-енә тиклем һыуыта: көндөҙ -9,-13 градус, төндә -15,-18 градусов. Һуңынан, 22 декабрҙән 31-енә ҡәҙәр, һауа температураһы көндөҙ -7,-12, төндә -12,-17 градус була.
Башҡортостанда 2019 йылдың декабренә һауа торошо оҙайлы прогноз һәм уҙған йылдарҙағы статистика мәғлүмәттәре нигеҙендә төҙөлгән.
Гидрометүҙәктең рәсми мәғлүмәтенә ярашлы, 2019-2020 йылдарҙа Башҡортостанда ҡыш уртаса һыуыҡ була. Температура режимы норманан бик ныҡ айырылмай, әммә ғинуарҙа ҡаты һыуыҡтар булыуы ихтимал. Ғәҙәттәгесә, республика халҡы өсөн иң һыуыҡ ай – ғинуар.