Был ҡот осҡос фажиғә Екатеринбургта теркәлә. Белоруссиянан килгән ғаилә ниндәйҙер сектала торған һәм балаларын яфа сигергә мәжбүр иткән. Йәнәһе, "шайтандарын ҡыуалар". Туғыҙ йәшлек малайҙарын ҡамсы менән туҡмайҙар, күршеләре тауышты ишетмәһен өсөн ауыҙына келәп тыҡҡандар. Бала тонсоғоп үлә. Унан һуң уның кәүҙәһен шәхси секторҙа күмеп ҡуйғандар.
Фатирҙы тентегәндә унда ҡамсы һәм Библия табыла. Әсә кеше Белоруссияға ҡайтып киткән булған. Унда уның апаһы бала тураһында һорағас, аныҡ ҡына яуап ишетмәй һәм тауыш күтәрә. Шунан һуң ғына был ваҡиға тураһында билдәле була.Әле Рәсәйҙә баланың атаһы ҡулға алынған. Фатирҙа уның менән бергә тағы бер нисә балиғ булмаған бала булған.