Республикала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә “Ҡала мөхите” төбәк партия форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Республика етәксеһе унда ҙур инфраструктура проекттарына йомғаҡ яһаны һәм муниципалитеттар, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе алдында ошо йүнәлештә торған бурыстарҙы билдәләне.
- Беҙ ауыр, ләкин мауыҡтырғыс эште башлап ҡына торабыҙ, сөнки шулай килештек: ауыл һәм ҡалаларҙың йөҙөн ныҡлап үҙгәртәсәкбеҙ, - тине Радий Фәрит улы. - Һис шикһеҙ, етәкселәр һәм муниципалитет башлыҡтары булараҡ, көндәлек эшебеҙҙә төрлө мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ, ә бөгөнгө һөйләшеү - уңайлы мөхит булдырыу тураһында.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостанда “Башҡорт ихаталары” программаһы, подъездарҙы ремонтлау, “Ҡалала уңайлы мөхит тыуҙырыу” федераль проекты буйынса әүҙем эш бара. Уларға аҡса бүленгән, хәҙер ҙур күләмдәге эш көтә.