Рәсәй 2020 йылда футбол буйынса Европа чемпионаты уйындарын Петербургта уҙғарған ваҡытта УЕФА, көйәрмәндәр һәм уйынсылар уңайлығы өсөн барыһын да эшләйәсәк, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин УЕФА президенты Александер Чеферин менән осрашыуҙа.
Ил башлығы ЕВРО-2020 уйындары Рәсәй өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын да әйтте. "Беҙҙең өсөн уның әһәмиәте бәләкәй түгел, сөнки беренсе чемпионат уҙғарылғанда (1960 йылда) Советтар Союзы йыйылма командаһы еңеү яуланы", - тип иҫкә төшөрҙө Путин.
ЕВРО-2020 матчтары киләһе йылдың 12 июненән 12 июленә тиклем Европаның 12 ҡалаһында үтә. Петербург дүрт матчты ҡабул итер тип палнлаштырыла: төркөм этабының өс уйынын һәм сирек финалды. 2021 йылда Петербургта Чемпиондар лигаһы финалы ла үтергә тейеш.