газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2019, 18:48

"Алға" карталары күп ерҙә һатыла

“Алға” транспорт карталарын һатыу һәм тултырыу пункттары селтәре киңәйә.

“Алға” транспорт карталарын һатыу һәм тултырыу пункттары селтәре киңәйә. Хәҙер “Алға” транспорт картаһын республикалағы “Магнит” (шулай уҡ “Өй эргәһендәге Магнит”, “Магнит косметик”, “Магнит гипермаркеты”нда) магазиндарында һатып алырға мөмкин. Әйткәндәй, 25 ноябргә тиклем халыҡ 190 меңгә яҡын “Алға” транспорт картаһына эйә булған. Уның менән автобуста, троллейбуста һәм трамвайҙа йөрөү хаҡын түләргә мөмкин. Һөҙөмтәлә һәр көн һайын ошо транспорт картаһы буйынса 90 меңгә яҡын транспортта йөрөү осрағы теркәлгән.
Иҫәп тураһындағы мәғлүмәт “Транспорт картаһы”ның мобиль ҡушымтаһында бар. Уны үҙегеҙгә “Play Market” йәки “App Store” аша күсереп алып була.

Читайте нас: