газета "Салауат"
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2019, 10:45

Махсус транспорт йөрөтәсәк

Башҡортостанда ауыл ерендә йәшәүсе оло йәштәге кешеләрҙе медицина тикшеренеүҙәренә бушлай йөрөтә башланылар.

Башҡортостанда ауыл ерендә йәшәүсе оло йәштәге кешеләрҙе медицина тикшеренеүҙәренә бушлай йөрөтә башланылар. Был эш "Демография" милли проектына ярашлы бойомға ашырыла. Автотранспорт һатып алыу өсөн федераль бюджеттан 34 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Электр күтәргестәр менән йыһазландырылған 18 микроавтобус, 4 еңел автомобиль һатып алынған. Мобиль бригадалар күптән түгел үҙ эшен башланы. Ярҙам 65 йәштән өлкәндәргә тәғәйенләнә.Ошондай мөмкинлектән 160 өлкән йәштәге кеше файҙаланған да инде. Уларҙы медицина хеҙмәткәрҙәре оҙатып йөрөй.Республикала 65 йәштән өлкәнерәк 222 мең кеше иҫәпләнә, күпселеге алыҫ ауылдарҙа йәшәй, уларға район поликлиникаһына үҙаллы барыу ҙур проблема тыуҙыра. 2024 йыл аҙағына был ярҙамды ошондай категория кешеләренең 45 проценты алыуы күҙаллана.

#Миллипроекттар








Читайте нас: