газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2019, 11:37

Тортта - тимер киҫәге

Әсә көнөн билдәләү Өфөлә бер ғаилә өсөн саҡ фажиғәгә әүерелмәй.

Әсә көнөн билдәләү Өфөлә бер ғаилә өсөн саҡ фажиғәгә әүерелмәй. Хәл былайыраҡ була. Улы, килене, ейәндәре менән бергә әсәйҙәрен, өләсәйҙәрен ҡотларға тип киләләр. Байрам булғас, күстәнәскә тип быға тиклем үҙҙәре яратып һатып алған кондитер фабрикаһының тортын да алалар.
Күңелле генә итеп байрам сәйе эскән мәлдә, торт ашап ултырған һигеҙ йәшлек малай ауыҙында тимер киҫәген тоя. Баҡтиһәң, торттың эсенә степлерҙың скобаһы эләккән булған. Моғайын, бешеренеү урынында ниндәйҙер документ эштәре менән булғандарҙыр, шул ваҡытта осоп төшкәндер, ә бешереүсе уны эҙләп тормаған, йә бөтөнләй күрмәгән, тип күҙаллай борсоулы өләсәй. Ярай әле, бала уны йотоп ебәрмәгән, аҙағы ни менән бөтөрөн уйлауы ла ҡурҡыныс. Үңәсен сыйып, ашҡаҙанын яралауы ла ихтимал бит. Яратып һатып алған торттан бындай сюрпризды көтмәгәйнек, ти аптырашта ҡалған атай-әсәй.
Миләүшә Сайтакова ("Башҡортостан" гәзите)
Читайте нас: