Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2019, 10:40

Спорт объекттары ремонтланасаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин министрҙар кабинетына киләһе йылдың 15 июленә тиклем капиталь ремонт талап ителгән спорт объекттарының исемлеген төҙөргә ҡушты, тиелә дәүләт башлығы ҡушылған эштәр исемлегендә.

"РФ субъекттары буйынса капиталь ремонт талап ителгән спорт объекттарының, шул иҫәптә белем биреү ойошмалары территорияһында урынлашҡандарының да, берҙәм исемлеген булдырыуҙы тәьмин итергә", - тиелә баҫтырылған материалдарҙа.

Бынан тыш, бындай объекттарҙы норматив хәлгә килтереү графигын да әҙерләргә ҡушыла.

Ҡушылған эштәр араһында - 2024 йылға тиклем дөйөм белем биреү, һөнәри һәм юғары белем биреү ойошмаларында мәктәп һәм студент спорт клубтары булдырыу.

#ВладимирПутин
Читайте нас: