Башҡортостандан Даян Кәбиров үҙе йорт һалып бөткәс, «Торлаҡ лотереяһы»нда тағы 600 мең һумлыҡ коттедж отҡан. Призды алырға ул Мәскәүгә ҡатыны менән килгән. «Иремә SMS килде, мин уға телефонды илтеп бирҙем дә, аш-һыу бүлмәһенә инеп киттем. Бер аҙҙан Даян йүгереп керҙе һәм лотереяла коттедж отоуын әйтте. Аптырауымдың сиге булманы!» - тип иҫкә ала ҡатыны.
Даян мобиль ҡушымтанан һатып алған билетты ҡат-ҡат тикшергән. Ир күптән түгел генә үҙ йортон төҙөп бөткән һәм отошто аҡсалата алып, уны ремонтҡа тотонасағын белдергән.
Еңеүсе ҡағыҙ сәнәғәтендә эшләй. Тематик фотосессиялар ҙа ойоштора икән. Елена - тегенсе. Буш ваҡыттарында йәштәр сноубордтарҙа шыуырға ярата икән. Бына бит әй, бәхет барҙыр инде ул ышанған-көткәндәргә...