газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2019, 11:01

Зарарлы ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү - етди мәсьәлә

Аккумулятор, терегөмөшлө лампалар, батарейкалар, термометрҙар кеүек I-II класлы зарарлы ҡалдыҡтар экологик хәүефһеҙлек талаптарына тура килергә тейеш.


Аккумулятор, терегөмөшлө лампалар, батарейкалар, термометрҙар кеүек I-II класлы зарарлы ҡалдыҡтар экологик хәүефһеҙлек талаптарына тура килергә тейеш. Хәҙер кеше сәләмәтлеге, тирә-яҡ мөхит өсөн зарарлы ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү менән“РосРАО” федераль дәүләт унитар предприятиеһы шөғөлләнәсәк Зарарлы ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү - етди мәсьәлә. Мәҫәлән, бер бәләкәй генә батарейка тотош 400 литр һыуҙы бысрата. Ә бына ошондай һыу һәм зарарлы ҡалдыҡтар булған тупраҡта үҫтерелгән аҙыҡ төрҙәре кеше организмы өсөн бик зыянлы. Уларҙың хатта онкологик сирҙәргә килтереүе ихтимал. Мәғлүм булыуынса, “Экология” милли проектына ярашлы, “I һәм II класлы хәүефле ҡалдыҡтар менән эшләүҙең инфраструктураһы” федераль проекты был ҡалдыҡтарҙың берҙәм иҫәбен алып барырға, контролдә тоторға, уларҙы зарарһыҙландырыуҙа инфраструктура булдырыуҙы талап итә. “РосРАО” федераль унитар предприятиеһы иһә зарарлы ҡалдыҡтарҙы йыйылған урынынан алып эшкәртеләсәк урынға килтереүҙе, иҫәп алып барыуҙы даими күҙәтәсәк.

#Миллипроекттар
Читайте нас: