Күмертау ҡалаһында сыҡҡан янғында дүрт йәшлек баланың ғүмере өҙөлдө. 41 йәшлек ҡатын сабыйҙы яңғыҙын ғына өйҙә ҡалдырып, магазинға юлланған. Йортонан сыҡҡанда әсә кеше йылытҡыс кондиционерҙы тоҡанған килеш ҡалдыра.
Асыҡланыуынса, ул сәғәт ярым ваҡыт өйҙә булмай. Һөҙөмтәлә, фатирҙа янғын сыға. "Ҡыҙыл әтәс" тиҙ арала өйҙө ялмап ала, ҡатындың күршеләре төтөн еҫен һиҙеп, янғын һүндереүселәрҙе саҡырта. Әммә ҡотҡарыусылар янғынды һүндергәндән һуң бала мәйетенә юлыға. Табиптар баланың төтөнгә тонсоғоп үлеүен билдәләгән.