Республикала 3 ғинуарҙа хәмер һатыуҙы бөтөнләй тыйырға, ә 4 - 6 ғинуарҙа сикләргә тәҡдим ителде .Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Яңы йыл каникулдарында республикала иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләүгә ҡағылышлы закон проекты тураһында фекер алышыуға саҡыралар. Документ республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа әҙерләнгән. «Закон проекты хәмер ҡулланыуҙың кире эҙемтәләрен кәметеүгә йүнәлтелгән һәм Яңы йыл каникулдарында алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыуҙы сикләүҙе күҙ уңында тота», - тип билдәләнеләр республика Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Проектҡа ярашлы, 3 ғинуарҙа алкоголь һатыу бөтөнләй тыйыла, ә 4-6 ғинуарҙа урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем генә һатыла. «1 һәм 2 ғинуарҙа - байрам, бер нәмәне лә сикләмәйбеҙ. 3 ғинуар - тәнәфес: республикала алкоголь һатылмай. 4,5 һәм 6 ғинуарҙа ул иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем йәғни көндөң тәүге яртыһында ғына һатыла. 7 һәм 8 ғинуарҙа – барыһы ла ғәҙәти режимда», - тип хәбәр итте хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин. - Уҙған йылды анализлау күрһәтеүенсә, янғындар, иҫерек килеш төрлө хәлдәргә тарыу тап 4-5 ғинуарға тура килә. Оҙайлы ялдар бына шундай эҙемтәләргә килтерә».
Яңы йыл каникулдарында хәмер һатыуҙы сикләү тураһында закон проектын Ҡоролтайға ҡарауға «Берҙәм Рәсәй» депутаттары индерҙе.
"Башинформ" агентлығынан.