Өфөлә тотош ғаилә газдан тонсоҡҡан. Ике йәшлек ҡыҙ менән бер айлыҡ сабый дауаханала. Уларҙың ата-әсәһенең дә хәлдәре насар. Ул көндө атайҙары кисен ҡайтып керә һәм ҡатыны менән ҡыҙын аңһыҙ хәлдә таба. Ул шунда уҡ ашығыс ярҙам саҡырта. Машина килеп еткәндә ирҙең үҙенә лә ярҙам кәрәккән була. Шулай уҡ уларҙың 56 йәшлек күршеләре лә табиптарға мөрәжәғәт иткән. Был йорт подъезында газ хеҙмәткәрҙәре эшләй.