Кескәй Софья яҙмышына дусар булыусылар тағы ла бар икән әле. Өфө ҡыҙы Янаны йөҙөндәге тайпылыштары өсөн Магнитогорск ҡалаһында эшкә алмағандар. Ҡыҙ милек буйынса агентлыҡҡа клиенттар менән эшләү өсөн килә. Әмма уны эшкә алыуҙан баш тарталар. Сәбәбе - ҡыҙҙың иренендәге ауырыу.
- Ҡыҙымдың иренендә ҡан тамырҙары ҙурая. Шунлыҡтан уның ирененең формаһы боҙола. Уны дауалау ауыр. Шулай ҙа был мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ. Ошо сәбәп арҡаһында ҡыҙымды эшкә алмауҙарына иҫем-аҡылым китә, - ти ҡыҙҙың әсәһе. Янаның әсәһе психолог булып эшләй икән.
Күптәр ҡыҙҙы яҡлап сыыҡан һәм бындай мөнәсәбәте өсөн компанияны судҡа бирергә тәҡдим иткән.