Рәсәй Тәфтиш комитетынан республикаға килгән психолог Артем Мазовтың үҙенә һәм улдарына ҡул һалыуына икеләнеү белдерә. Ул республикалағы хеҙмәттәштәренә ярҙамға ебәрелгәйне. Психологтар тарафынан ҙур эш башҡарылған. Мәскәү белгесе атай кешенең психологик портретын төҙөгән. Шуның нигеҙендә уның башҡа һыймаҫлыҡ аҙымға барыу-бармауы тикшерелгән. Һөҙөмтәлә, икенсе вариантҡа өҫтөнлөк бирелгән. Артемдың ата-әсәһе менән әңгәмә барышында улдарының юғалыу алдындағы психологик торошо менән ҡыҙыҡһынғандар. Бөтә ваҡиға нескәлектәрен өйрәнгәндән һуң ғаилә ағзаларының иҫән-һау булырға тейешлеге тураһында һығымта яһалған.