Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2019, 13:06

Һәләк булыусылар араһында алты йәшлек бала ла бар...

Кисә, 24 ноябрҙә, Ырымбур-Аҡбүләк трассаһының 15-нсе километрында үлемесле фажиғә теркәлә.

Кисә, 24 ноябрҙә, Ырымбур-Аҡбүләк трассаһының 15-нсе километрында үлемесле фажиғә теркәлә. Пассажирҙар ултырған Hyundai минивэн йөк машинаһы менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә, алты кеше һәләк була. Улар араһында алты йәшлек бала ла була. Ул авария урынында уҡ йән бирә. Тағы ике кеше ауыр хәлдә, уларҙы дауаханаға алып киткәндәр. Енәйәт эше асылған. Һәләк булыусыларҙың барыһы ла - Үзбәкстан һәм Тажикстан кешеләре. Алдан алынған мәғлүмәттәр буйынса, юлда боҙлауыҡ булғанға, Hyundai водителе идараһын юғалтҡан. Минивэндың алғы өлөшө емерелеп бөткән, ул юл ситенә төшөп яна башлаған. Фура иһә 100 метр тирәһе уҙып китеп, ситкә төшкән.
Читайте нас: