газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2019, 12:11

Хатта үҙенә ҡәбер ҡаҙҙырғандар ("Башҡортостан" гәзитенән)

Бындай хәлдәр кинола ғына булмай икән, тормошта ла бар.

Бындай хәлдәр кинола ғына булмай икән, тормошта ла бар. Дәүләкәндә йәшәгән, бер ҡайҙа ла эшләмәгән 20 һәм 21 йәшлек ике әҙәм 43 йәшлек ирҙә ҙур сумма барлығын белеп ҡалып, уны ҡурҡытып аҡса таптыра башлай.
Ир булғандан күпмелер биреп ҡотолоу юлын ҡарай. Әммә еңел байырға теләгәндәр бының менән генә ҡәнәғәтләнмәй, күберәк сумма талап итә. Яуыз ниәттәре килеп сыҡмағас, ирҙе көс ҡулланып урманға алып баралар һәм, үлтереү менән янап, үҙенә ҡәбер ҡаҙҙырталар.
Ҡото осҡан кеше талап ителгән 500 меңде килтереп бирәм тип ышандырғас ҡына ебәрәләр. Зыян күреүсе йәшеренеп тә ҡарай, тик тегеләр уның машинаһын онтағас, полицияға мөрәжәғәт итә. Енәйәтселәрҙе “аҡса” тапшырғанда ҡулға алалар.
Автор: Римма Султанова

Фото: Башҡортостан Эске эштәр министрлығы.
Читайте нас: