Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2019, 10:44

"Граждандар хаҡында артабан да хәстәрлек күрәсәкбеҙ"

Шулай тип белдерҙе ил Башлығы Владимир Путин “Берҙәм Рәсәй” партияһының XIX съезында.

Шулай тип белдерҙе ил Башлығы Владимир Путин “Берҙәм Рәсәй” партияһының XIX съезында. Съезда ике мең самаһы кеше ҡатнашты. Улар араһында - партияның юғары етәкселеге, төбәк бүлексәләре һәм урындарҙағы йәмәғәт ҡабул итеү башлыҡтары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Федерация Советы ағзалары, эксперттар, политологтар, журналистар һ.б.
Съездың пленар ултырышында сығыш яһап, Рәсәй Президенты Владимир Путин партияның мөһим бурыстарын билдәләне.
“Берҙәм Рәсәй” - илебеҙҙең иң ҙур, алдынғы сәйәси партияһы. Был статусты иң тәүҙә граждандарҙың, илдең мәнфәғәттәрен ҡайғыртҡаны, тарихтың ҡатмарлы боролоштар мәлендә яуаплылыҡтан ҡурҡмай, ҡарарҙар ҡабул итергә әҙерлеге арҡаһында яуланы, - тине Владимир Путин. - Партияның эшендә төп йүнәлеш - халыҡ менән бергә булыу, кешеләрҙең мохтажлыҡтарын яҡшы белеү, ярҙам итеү, аңлатыу, яҡлау. Граждандар хаҡында артабан да хәстәрлек күреп, лидерлыҡты раҫлаясаҡбыҙ”.
#ВладимирПутин
Читайте нас: