Рәсәй Хөкүмәте 2020 йылда автомобилдәргә утилләштереү йыйымын арттырыуҙы хупланы. Тейешле ҡарарға премьер-министр Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған. Киләһе йылдың ғинуарынан моделдәрҙе яңыртыу һәм башҡа объектив сәбәптәр арҡаһында автомобилдәр ҡиммәтләнә, әммә утилләштереү йыйымының артыуы хаҡтарға өҫтәмә йоғонто яһай. Айырыуса еңел автомобилдәр ҡыйбатлана - уртаса 110,7%. Бер литрға тиклем двигателле машиналар - 46,1%, 3,5 литрҙан ашыу двигателле машиналар -145%. Күпселек файҙаланған автомобилдәргә (1-2 литрлы двигатель) утилләштереү йыйымы 112,4% тиерлек арта.