Бөрө ҡалаһында ун йәштәр тирәһендәге малайҙың шулай теләнселәнеп йөрөүе социаль селтәрҙәрҙә ҙур шау-шыу тыуҙырҙы. Уны хәйер һорашып йөрөгән мәлендә видеоға төшөрөп алғандар. Ул, башлыҡ алыуға йыям тип, аҡса һораған, өйҙәгеләр барыһы ла эсә, тигән. Кейергә бер нәмәм дә юҡ, куртка менән бейәләйҙе саҡ таптым, тип белдергән. Бер осраҡлы водитель йәлләп аҡса биргән, полицияға барып хәлде һөйләргә кәңәш иткән. Тик малай балалар йортона алып китеүҙәренән ҡурҡыуын әйткән. Ысынында иһә, уның әсәһе - супермаркетта һатыусы-кассир, ауыр хәлдә ҡалған ҡатын. Атаһы хәрби хеҙмәте барышында Украинала һәләк булған. Ғаилә ҡараусыһын юғалтыу буйынса пособиеға йәшәй. Ә бына малайҙың өләсәһе менән олатаһы "йәшел йылан" менән дуҫтар икән. Өләсәй булған кеше эсеп алып, ейәненең күҙ алдында йыш ҡына ҡыҙына ҡул күтәрә, әрләшә, икеһен бүлмәһенән ҡыуырға маташа икән. Баҡтиһәң, улар бер ятаҡта көн күрә. Был ғаиләнең таныштары йтеүенсә, баланың кейергә кейеме бар, сөнки әсәһе уны һәйбәт ҡарай. Малай үҙе бик әүҙем, күп ваҡыт уйлап сығарып һөйләй, алдаша, хатта уҡытыусыларға ла уның менән ауыра тура килә икән.Видео киң йәмәғәтселеккә таралғас, малайҙы махсус приемникка урынлаштырғандар. Хәҙер әсәһенә баланы үҙенә алып ҡалыу өсөн көс түгергә тура киләсәк.