газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2019, 11:10

Сабыйҙар һау-сәләмәт булып үҫһен өсөн

Республикала һөт кухнялары ҡабаттан тергеҙелде. Был эш “Демография” милли төбәк проекты буйынса бойомға ашырыла.

Республикала һөт кухнялары ҡабаттан тергеҙелде. Был эш “Демография” милли төбәк проекты буйынса бойомға ашырыла. Башҡортостанда өс йәшкә тиклемге 150 меңдән ашыу бала йәшәй, уларҙың 26 меңе бушлай һөт продукттары менән тәьмин ителеү хоҡуғына эйә.
Быға тиклем һөт кухняһы Өфөлә генә булһа, быйыл 1 июлдән Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла ошондай учреждение эшләй башланы. Уның продукцияһы менән Стәрлетамаҡ, Өфө, Ишембай райондарында, Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Күмертау ҡалаларында йәшәүсе 2118 бала тәьмин ителә.
Яңыраҡ һөт кухняһыОктябрьский ҡалаһында асылды. Заман талаптарына ярашлы проектланған һәм төҙөлгән, барлыҡ санитар нормаларға һәм ҡағиҙәләргә яуап биргән производство юғары сифатлы, тәмле, хәүефһеҙ продукция етештереүгә булышлыҡ итә.
Һөт, кефир, эремсек, йогурт - быларҙың барыһы ла Октябрьскийҙағы фабрика-кухняла етештереләсәк. Тиҙҙән ассортимент 12 позицияға тиклем еткереләсәк.
Производствола тәүлегенә биш тонна һөт эшкәртелә, был йылына 1,5 миллион порция тигән һүҙ. Һөт аҙыҡтары менән Октябрьский ҡалаһында, Туймазы, Бәләбәй, Әлшәй, Дәүләкән райондарында йәшәгән 1,2 мең бала тәьмин ителәсәк. Ҡала биләмәһендә уларҙы таратыу өсөн ике пункт ойошторолған, райондарҙа ла берәр пункт эшләйәсәк.
2020 йылдың 1 ғинуарынан льготалы категорияға ҡараған республика балалары бушлай һөт продукцияһы менән тәьмин ителәсәк. Был исемлектә ҡоро һәм махсус ҡатнашмалар, ҡоро бутҡалар, һөт аҙыҡтары ла бар.
#Миллипроекттар
Читайте нас: