газета "Салауат"
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2019, 18:53

Әсә көнө менән ҡотлайбыҙ!!!

Ҡәҙерле әсәйҙәр, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе иң гүзәл байрамдарҙың береһе – Әсә көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерле әсәйҙәр, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе иң гүзәл байрамдарҙың береһе – Әсә көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ.

Доньяла әсә һөйөүенән дә эскерһеҙерәк һәм ҡиммәтерәк бер нәмә лә юҡ. Әсәнең бөтмәҫ-төкәнмәҫ изгелеге һәм күңел йомартлығы беҙҙе ғүмер буйы ауырлыҡтарҙан ҡурсалай, иң ҡыйын ваҡыттарҙа ышаныслы таяныс һәм ҡалҡан булып тора. Нәҡ ул беҙҙә матур, юғары кешелек сифаттарын тәрбиәләй, изге эштәргә фатихаһын бирә.

Был матур байрам ғәзиз әсәйҙәребеҙ алдында баш эйеү, уның изгелегенә, хәстәрлекле ҡулдарына мәҙхиә йырлау өсөн иң уңайлы сәбәп.

Ҡәҙерле, гүзәл әсәләр! Һеҙгә балаларығыҙҙың тормошта уңыштарға өлгәшеүен күреп, һәр ваҡыт шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереүегеҙҙе теләйбеҙ. Үҫеп етеп, улар һеҙгә үҙегеҙҙән алған изгелек һәм наҙ менән генә яуап бирһендәр. Йорттарығыҙ һәр саҡ үҙ-ара аңлашыу , именлек, муллыҡ һәм бәхеттән балҡып торһон!
Читайте нас: