Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Ишембай районына эш сәфәре Ишембай ҡалаһындағы Юрматы биҫтәһендә башҡарылған төҙөкләндереү эштәре менән танышыуҙан башланды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың 15 декабрендә яңы биҫтәлә йәшәүселәр республика башлығы менән осрашыуҙа газ торбаһы һәм һыу үткәргес булмауға зарланды, юлдар, йәйәүлеләр тротуарҙары менән проблемалар бар ине. Бында 2025 йылға тиклем күп фатирлы йорттарҙа 56 мең квадрат метр торлаҡ һәм шәхси биләмәләрҙә 16 мең квадрат метр торлаҡ һалыу планлаштырыла. Бөгөн биҫтәлә 2 меңдән ашыу кеше йәшәй. Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов Радий Хәбировҡа биҫтәлә һыу менән тәьмин итеү селтәре төҙөлөшөнөң әүҙем барыуы хаҡында һөйләне. Капиталь төҙөлөш идаралығы менән «Нефтегазсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында ҡул ҡуйылған контракттың суммаһы 16 миллион һум тәшкил итә. Шулай уҡ Юрматы-2 биҫтәһендә газ менән тәьмин итеү селтәре төҙөлә.
Биҫтәлә йәшәүселәр Радий Хәбировҡа ярҙамы һәм ҡаланың яҡшы яҡҡа үҙгәреүе өсөн рәхмәт белдерҙе
«Беҙ быйыл ниндәй үҙгәрештәр булғанын күрәбеҙ, төҙөкләндереү йәһәтенән бик күп эштәр башҡарылды, һаулыҡ һаҡлауҙа үҙгәрештәр бар», — ти улар.
«Алға» махсус иҡтисади биләмәһенә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, әле бөтә документтар федераль хөкүмәттә һәм йыл аҙағына тиклем уларға ҡул ҡуйырҙар тигән өмөт бар, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Уны асыу менән яңы предприятиелар һәм эш урындары барлыҡҡа килер, урындағы бюджеттарға һалым керемдәре артыр. Әлбиттә, райондың аграр комплексын да иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ, мотлаҡ инвестор саҡырырбыҙ, Ишембай бала табыу йортон капиталь ремонтлау мәсьәләһе лә хәл ителә. Дөйөм алғанда, һаулыҡ һаҡлау системаһында һәйбәт алға китеш бар, райондың һәм ҡаланың перспективалары һәйбәт», — тине Радий Хәбиров.
Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, алдағы ун йылға, 2029 йылға, махсус иҡтисади биләмәлә 17 резидент үҙ производстволарын урынлаштырырға тейеш. Бөгөнгә ете инвестор менән химия, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, приборҙар эшләү өлкәһендә проекттарҙы бойомға ашырыу ниәттәре тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Аҡса һалыуҙың дөйөм күләме – 24 миллиард һум самаһы, яңы эш урындары — 1200-ҙән ашыу.