Владимир Путин водителдәргә бирелергә тейешле белешмәләргә хаҡтарҙың артыуын күҙ уңында тотҡан медицина тикшереүенең яңы тәртибен ныҡлы тәнҡитләне. "Мин үҙем был хаҡта киң мәғлүмәт саралары аша белдем, был ниндәйҙер сафсата", - тине Путин яңы ҡағиҙәләргә бәйле хәлгә ҡарата ҡарашын белдереп.
Уның һүҙҙәренсә, водителдәргә өҫтәмә тикшереү ысынлап та уҙғарырға кәрәк, әммә яңы ҡағиҙәләрҙе "аҡыл менән" һәм этаплап индереү мөһим. Президент шулай уҡ махсуслашҡан медицина учреждениелары водителдәрҙе Рәсәй ҡоролмалары ярҙамы менән тикшереүгә әҙер булырға тейеш һәм был сығымдарҙы ҡыҫҡартыуға ярҙам итәсәк.
Яңы ҡағиҙәләр 22 ноябрҙән ғәмәлгә инергә тейеш ине. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уны 2020 йылдың 1 июленә тиклем ҡалдырып тороу тураһындағы ҡарар сығарҙы.