Республикала 11 ноябрҙән 22-һенә тиклем "Ағыу менән ҡайҙа һатыу итеүҙәрен хәбәр ит" Бөтә Рәсәй акцияһы уҙҙы. Уның сиктәрендә ҡала үҙәк китапханаһында наркоманияға ҡаршы сара үтте. 2-се кадет мәктәбе уҡыусылары алдында ҡаланың наркология диспансеры фельдшеры Нина Лаврова, "Ышаныс" психологик ярҙам күрһәтеү үҙәгенең йәштәр менән эшләүсе белгесе Елена Ефимсено сығыш яһаны. Улар наркотиктарҙың зыяны тураһында һөйләп ҡалманы, ә ысынбарлыҡтан алынған ваҡиғалар тураһында бәйән итте, фәһемле фильм да күрһәтелде.Был хаҡта ентеклерәк гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.