Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2019, 12:56

"Өлөшсө" тигән төшөнсә бөтөрмө?

Рәсәйҙә халыҡ аҡсаһын ҡушып торлаҡ төҙөү системаһынан бөтөнләй баш тартырға теләйҙәр.

Рәсәйҙә халыҡ аҡсаһын ҡушып торлаҡ төҙөү системаһынан бөтөнләй баш тартырға теләйҙәр.

Премьер-министр Дмитрий Медведев ошондай тәҡдим еткерҙе. Уның әйтеүенсә, кредит һәм ипотека системаһы яҡшы эшләй. Рәсәйҙә тәү сиратта ошоға иғтибар булырға тейеш.

Илдә быйыл халыҡ аҡсаһын ҡушып торлаҡ төҙөү тәртибе ҡәтғиләште. Хәҙер банктар аралашсы ролен үтәй, йәғни, төҙөүсе банкрот булһа ла, кешеләрҙең аҡсаһы юҡҡа сыҡмаҫҡа тейеш.
Читайте нас: