Башҡортостандан кескәй Софья, ниһайәт, Израиль клиникаһында. Иҫегеҙҙә булһа, сабый унда күптән барырға тейеш ине. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында сәфәр кисектерелә килде.Әсә менән ҡыҙ диңгеҙ буйындағы отелгә урынлашҡан. «Хорев» клиникаһы хеҙмәткәрҙәре кескәй пациенттарҙы - Софьяны һәм республикабыҙ балалар йортонда тәрбиәләнгән ике йәшлек Мухамажонды комплекслы тикшереү эшенә тотондо. Ике бала ла тыумыштан зәғиф. Кескәй пациенттарҙы тулыһынса тикшергәндән һуң уларҙы Израилдә дауалау йәки Өфө табиптарының операция яһай алыу-алмау мәсьәләһен хәл итергә тейештәр.