Хоҡуҡ һаҡлау органдарына 60 йәшлек ир кешенең юғалыуы тураһында хәбәр килә. Өс көн эҙләгәндән һуң, уның үле кәүҙәһе Ишембай районының Михайловка ауылынан алыҫ түгел ерҙә табыла.
Тәүтикшереүҙәр шуны асыҡлай – ир кешене үлтергәндәр. Енәйәт ҡылыуҙа уның 38 йәшлек күршеһенә шик төшә.
Күҙаллауҙар буйынса хәл былай була: 12 ноябрь көнө ике күрше араһында янъял сыға. Талаш ваҡытында йәшерәк ир олоһоноң башына бер-нисә тапҡыр таяҡ менән тондора. Ауыр йәрәхәттәрҙән ир йән бирә.
Енәйәтте йәшереү маҡсатында ғәйепләнеүсе күршеһенең үле кәүҙәһен ауылдан 2 километр алыҫлыҡтағы йырынға алып барып ташлай.
Енәйәт эше асылған, тәфтиш дауам итә.