Бөгөндән водитель танытмаһы өсөн белешмә хаҡы ун тапҡырға артырға тейеш ине. Бығаса уртаса 700 һум самаһы торған белешмәнең 5000 - 7000 һум торасағын уйлағандан ғына ла баштар әйләнеп китә. Шуға, кисә, белешмә бирә торған медицина учреждениеларына ҡот осҡос ҙур сираттар теҙелде, халыҡ ара ығы-зығы ҡупты. Хатта һуғышыуға хәтлем барып еткән. Ҡазанда бер ирҙең тулҡынланыуҙан сиратта торғанда вафат булғаны ла мәғлүм. Кисә баш ҡалалағы медицина учреждениеларының береһендә белгескә сиратһыҙ керергә маташҡан ҡатындың юлына икенсе ханым төшкән, уның башына һуҡҡан, ә сиратта тороусылар уны урамға ҡыҫырыҡлап сығарған.
Власть органдары көтмәгәндә тыуған шау-шыуҙы, халыҡтың ҡәнәғәтһеҙлеген иғтибарһыҙ ҡалдырманы, яңы нормаларҙы ҡабул итеүҙе кисектереп торҙо. Ә кисә Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцованың Сербский исемендәге Психиатрия һәм наркология буйынса федераль медицина тикшеренеү институтының Милли ғилми үҙәге директоры Татьяна Клименконы эшенән бушатҡаны мәғлүм булды. Тап ул водителдәр үтә торған медицина тикшереүенең яңы тәртибен ҡабул иткән, уға яҡшы характеристика биргән. Әйткәндәй, бөгөн - чиновниктың һуңғы эш көнө.