газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2019, 12:22
Айыҡ Башҡортостан өсөн
Башҡортостанда киске 8-ҙән иртәнге 10-ға тиклем алкоголь һатыуҙы сикләргә тәҡдим иттеләр. Бынан тыш, «Айыҡ Башҡортостан» проектының йәмәғәт советы ағзалары уҡыу йорттарына 150 метр яҡынлыҡта иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы тыйыуҙы ғәмәлгә индереүҙе планлаштыра.
Башҡортостанда киске 8-ҙән иртәнге 10-ға тиклем алкоголь һатыуҙы сикләргә тәҡдим иттеләр. Бынан тыш, «Айыҡ Башҡортостан» проектының йәмәғәт советы ағзалары уҡыу йорттарына 150 метр яҡынлыҡта иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы тыйыуҙы ғәмәлгә индереүҙе планлаштыра.
Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһы статистикаһы буйынса, Башҡортостан дүртенсе йыл рәттән «иҫерек» енәйәттәр» һаны буйынса илдә беренсе урынды биләй, ә ағымдағы йылда Өфөлә генә алкоголь һатыу буйынса махсуслашҡан магазиндар — 39% (254 нөктә), һыраханалар 17% (418 нөктә) артҡан.
«2019 йылдың беренсе ярты йыллығында Әбйәлил районында легаль араҡы һатыу 34% күбәйгән. Шул сәбәпле эсеү һәм үлем осраҡтары ла. Бынан тыш, республика спиртлы эсемлектәр ҡулланыу менән бәйле тәүге тапҡыр асыҡланған психик сирле пациенттар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында бишенсе урынды алған», — тине проект координаторы Рөстәм Ишмөхәмәтов.
«Айыҡ Башҡортостан» ағзалары үҙ тәҡдимдәрен алкоголгә ҡаршы кампанияның донъя тәжрибәһенә таянып әйтте.
«Күп кенә төньяҡ илдәрендә ял көндәренең береһендә, йышыраҡ йәкшәмбе, шулай уҡ шәмбе көндөң икенсе яртыһында иҫерткес эсемлектәр һатылмай. Рәсәйҙә бындай тыйыу юҡ, шуға ял көндәрендә бәхетһеҙ осраҡтарҙан һәм ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан үлеүҙең 8−11% артыуы күҙәтелә», — тип белдерҙе йәмәғәтселәр.
Бынан алда «Башинформ» республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыуҙы сикләүҙе хуплауҙары тураһында
хәбәр иткәйне
.
http://www.bashinform.ru/news/1381323-v-bashkirii-predlozhili-ogranichit-prodazhu-alkogolya-s-20-00-do-10-00-chasov/
Читайте нас: