Рәсәй Президенты Владимир Путин ил халҡының реаль килемдәрен арттырыуға ирешергә саҡырҙы. Был турала дәүләт башлығының әйткәндәренә һылтанып РИА Новости хәбәр итә.
Шаршамбы көн "Рәсәй саҡыра!" ВТБ Капитал инвестиция форумы старт алды. Сараның пленар ултырышында сығыш яһағанда, рәсәйҙәрҙең эш хаҡтары арта, әммә реаль килемдәре элекке күрһәткестәрҙән айырылмай. тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
"Һис һүҙһеҙ, иҡтисади үҫештең төп күрһәткестәренең береһе булып халыҡтың килеме тора. Билдәле, бөгөн Рәсәйҙә эш хаҡы номиналь яҡтан да, реаль яҡтан да арта, әммә шул уҡ ваҡытта граждандарҙың килемдәре ысынбарлыҡта бер урында тора. Һис шикһеҙ, был хәлде үҙгәртергә кәрәк", - тип белдерҙе дәүләт башлығы.
Шулай уҡ президент Рәсәйҙәге ыңғай иҡтисади үҫеште, эшһеҙлектең кәмей барыуын билдәләп үтте.