газета "Салауат"
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2019, 11:30

Хәҙер күберәк бүленә

Башҡортостан экспорт буйынса транспорт сығымдарының бер өлөшөн ҡайтарыуға субсидия күләмен арттырҙы.

Башҡортостан экспорт буйынса транспорт сығымдарының бер өлөшөн ҡайтарыуға субсидия күләмен арттырҙы. Хәҙер тауарҙың пилот партияһын сит илгә сығарыуға киткән юл сығымына элекке 500 мең һум урынына 1 миллион һум бүленә, даими сығарғандар өсөн ярҙам күләме биш тапҡырға арттырылған - 5 миллион һум (элек 1 миллион һум ине).Транспорт сығымдарын ҡаплауға субсидия биреү шарттары элеккесә һаҡлана. Быға тиклем компенсация алыу хоҡуғын файҙаланғандар ҙа программала ҡабаттан ҡатнаша ала. Ярҙам республикала теркәлгән компанияларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға күрһәтелә. Тағы ла бер шарт - төбәктә етештерелгән тауар сит илгә 2018 йылдың 1 ноябренән һуң оҙатылған булырға тейеш.

#Миллипроекттар
Читайте нас: