Башҡортостанда туғыҙ ай эсендә төп капиталға инвестициялар күләме индексы 115,1 процент тәшкил иткән. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында хәбәр итте.
– “Сентябрь” указының маҡсаты – 2024 йылға тиклем йыллыҡ инвестиция күләмен 500 миллиард һумға тиклем еткереү. Шуға күрә беҙ йыл һайын был күрһәткестең 10 процентҡа үҫеүен тәьмин итергә тейешбеҙ, – тине ул.
Башҡортостандың сәнәғәт етештереүе индексы ғинуар-октябрҙә 104,4 процент тәшкил иткән. Ауыл хужалығы тармағында ла ыңғай динамика һаҡлана: тауар етештереү индексы – 100,4 процент.
Торлаҡ төҙөлөшө күләме былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда 6,5 процентҡа артҡан һәм 1,7 миллион квадрат метр тәшкил итә.
– Беҙҙә төҙөлөш баҙары үҫә, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүҙәре арта, – тине Радий Фәрит улы. – Әгәр беҙ был темптарҙы һаҡлап ҡалһаҡ, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарын үтәйәсәкбеҙ.
Бынан тыш Башҡортостанда үлем һаны ла кәмегән: юл-транспорт фажиғәләрендә – 15,4 процентҡа, алкоголдән ағыуланыу буйынса – 47 процентҡа һәм янғындарҙа – 37 процентҡа.
Башҡортостан Башлығы министрлыҡ, ведомство һәм предприятиелар етәкселәренә һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт әйтте.
– Дөйөм алғанда беҙ яҡшы үҫешәбеҙ, һәйбәт динамиканы нығытабыҙ. Был беҙҙең дөйөм эш һөҙөмтәһе, – тине ул.