газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2019, 10:46

Һәләтлеләргә - президент гранттары

Рәсәй Президенты Владимир Путин айырым эшмәкәрлектәге ҙур һәләтлек һәм юғары ҡаҙаныштар өсөн тапшырылған президент гранттары һанын 5 меңдән 6,5 меңгә тиклем арттырҙы. Был указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет порталында баҫылған.

Грантты алыуға профессиональ ойошмаларға, вуздарға, ғилми ойошмаларға ингән һәм айырым эшмәкәрлектә, шул иҫәптә сәнғәт һәм спорт өлкәһендә, юғары ҡаҙаныштарға ирешкән кешеләр хоҡуҡлы.

Гранттың күләме 20 мең һум тәшкил итә һәм ул ай һайын билдәләнгән ваҡыт дауамында түләнә, тик йыл һайын уны алыуға хоҡуғыңды иҫбатларға кәрәк.

#ВладимирПутин
Читайте нас: