Кәрәк: 200 гр ыҫланған тауыҡтың түш ите, 1 һауыт консерваланған кукуруза, 325 гр ҡаты сыр, 2 ҡыяр, 1 кишер, 100 гр майонез, тәменсә тоҙ, борос.
Салат өсөн кәрәкле аҙыҡтарҙы әҙерләргә.
Ыҫланған тауыҡ итен, ҡыярҙы, сырҙы, кишерҙе оҙонсалап турарға.
Барлыҡ әҙерләнгән ингредиенттарҙы бер һауытҡа һалырға. Кукурузаның һыуын һарҡытып, ошо һауытҡа өҫтәргә. Тәменсә тоҙ, борос, майонез һалып, бөтәһен бергә бутарға.