газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2019, 10:43

Владимир Путин Лена йылғаһы аша күпер төҙөүҙе хупланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Якутск районындағы Лена йылғаһы аша автомобиль күпере төҙөлөлөшөн "фактик рәүештә хупланы", тип хәбәр итә "Коммерсант" гәзите үҙ сығанаҡтарына һылтанып.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Якутск районындағы Лена йылғаһы аша автомобиль күпере төҙөлөлөшөн "фактик рәүештә хупланы", тип хәбәр итә "Коммерсант" гәзите үҙ сығанаҡтарына һылтанып.

Бынан алдараҡ РИА Новости-ға Яҡутстан башлығы Айсен Николаев Лена аша күпер профиль ведомстволарҙа һәм хөкүмәттә хуплау тапты, уны төҙөү буйынса ҡарар йыл аҙағына тиклем ҡабул ителеүе мөмкин, тип белдергәйне.


Июндә Владимир Путин тура элемтә барышында күпер тураһында телгә алғайны. Августа уны Алыҫ Көнсәғыш федераль округын үҫтереүҙең милли проектына индерҙеләр, сентябрҙә Яҡутстан төп ведомстволар күпер төҙөүҙе хупланы, тип хәбәр итте.

Лена йылғаһы аша һалынған күпер Амур-Яҡутстан тимер магистрален, өс федераль автомобиль юлын, биш төбәк юлын, Яҡутстан йылға портын һә "Яҡутск" халыҡ-ара аэропортын тоташтырасаҡ. Күпер сафҡа индерелгән хәлдә 2025 йылға төбәктәге транспорт йөрөү уңайлылығы 20,9 проценттан 83 процентҡа тиклем артасаҡ.

#ВладимирПутин
Читайте нас: