Баш ҡалала бер ҡыҙ, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, хәрәкәт итеүсе машинаның түбәһендә бейеү башҡарған. Шул рәүешле ул Башҡортстандың танылған бейеүсеһе һәм музыканты Заһир Зәйнетдиндең флешмобында ҡатнашҡан. Бейеүсе еңергә һәм 10 мең һум күләмендә Гран-при алырга ниәтләй. Ҡыҙ баш ҡаланың төрлө урындарында милли бейеү башҡара, уларҙың ҡайһы берҙәрендә уға ысынлап та ҡурҡыныс янай. Мәҫәлән, ҡыҙ гөрләп торған проспекттың бер һыҙатында, «Планета» сауҙа үҙәгенең түбәһендә һәм хәрәкәт итүче машина түбәһендә лә. Номерны бейей. Номерҙы башҡарыусының үҙе лә был видеола ғүмеренә кәм тигәндә өс тапҡыр ҡурҡыныс янауын таныған.