Петербург мәктәптәренең берһендә сығырынан сыҡҡан уҡытыусы уҡыусының кофтаһын ҡайсы менән киҫеләгән. Уҡытыусы менән уҡыусы араһында килеп тыуған конфликтты аудиояҙмаға яҙҙырып, социаль селтәргә һалғандар. Класташтары һүҙҙәренә ҡарағанда, дәрес ваҡытында наушникта ултырган уҡыусы уҡытыусының һөйләгәнен ишетмәгән. Егет тыныс ҡына ултырған, бер кемгә лә ҡамасауламаған. Уҡытыусыға был оҡмашмай һәм ул ҡайсы менән наушниктың проводтарын киҫеп алырға уйлай. Шунда яңылыш уҡыусының кофтаһын эләктерә. Был хәлгә ҡарата кешеләр төрлө фекерҙә: берәүҙәр уҡытыусыға бер ниндәй ихтирам юҡ, тип иҫәпләһә, бәғзеләр уҡытыусы үҙе өлгө булып торорға тейеш, педагог кешегә улай ҡыланырға ярамай, ти. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?