газета "Салауат"
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2019, 17:46

Сәк-сәк...Зарарлымы?

Медицина фәндәре кандидаты Людмила Зотова кеше һаулығы өсөн зыянлы тәм-томдар исемлеген атаған.

Медицина фәндәре кандидаты Людмила Зотова кеше һаулығы өсөн зыянлы тәм-томдар исемлеген атаған. Уның һүҙҙәре буйынса, был осраҡта дөйөм формула менән ҡулланырға мөмкин: татлы аҙыҡтың составы ни тиклем ҡатмарлыраҡ, ул шул тиклем зарарлыраҡ. Ябай шәкәр күләме юғары булып, тағы ла ул трансжир менән ҡушылһа, был тәм-томдар иң зыянлыһы. Улар иҫәбенә бәләкәй ҡабартмалар, сәк-сәк, ҡош теле индерелгән. Икенсе урында - әсеткеле ҡамырҙан десерттар. Өсөнсөлә - шоколад батончиктары, кремы күп булған торттар. Бынан тыш, шәрбәтле аҙыҡ яратыусыларға аҡһымлы һәм һөтлө десерттар менән артыҡ мауыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Врач-диетолог фекеренсә, бөтә күрһәткестәр буйынса иң зарарһыҙ татлы ризыҡтар - ул мармелад, зефир, әсе шоколад, бал һәм ҡайнатма.
Читайте нас