Туймазы районының Ҡандра район дауаханаһында сифатһыҙ медицина хеҙмәте күрһәткәндәре өсөн ҡатын судҡа мөрәжәғәт итә. Ул әхлаҡи зыянды компенсациялауҙы талап итә.
Хәл 2015 йылда уҡ була. Бөтә бәлә теш алдырыуҙан башлана. Ул ваҡытта өс йәшлек кенә ҡыҙҙың теше һыҙлап, әсәһе дауаханаға мөрәжәғәт итә. Ҡандраның стоматология поликлиникаһында бәләкәстең һөт тешен һуралар. Тик ауыртыу баҫылмай, тән температураһы күтәрелә, бите шешә. Шул уҡ табип икенсе теште, һуңынан өсөнсөһөн алып ташлай - бөтәһен дә рентгенһыҙ...
Баланың хәле яҡшырмай, ә насарлана ғына. Ҡыҙҙы тәүҙә Туймазы дауаханаһына, унан Өфөгә республика балалар дауаханаһына оҙаталар. Уға дүрт операция кисерергә тура килә, сөнки бите шешеп, эренләй башлай. Һөҙөмтәлә баланың бит һөйәге деформациялана. Урындағы прокуратура мәғлүмәттәренән билдәле булыуынса, баҡтиһәң, Ҡандра дауаханаһының бәлиғ булмаған балаларҙың тешен дауалау өсөн лицензияһы ла, махсус кабинеттары ла булмаған. Туймазы район суды ҡарарына ярашлы, дауахана ҡатынға бер миллион һум күләмендә әхлаҡи зыян өсөн компенсация түләйәсәк. Әммә был баланың һаулығын кире ҡайтарырмы икән һуң...
Миләүшә Сайтакова ("Башҡортостан" гәзитенән)