газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2019, 13:10

Булмаған шешкә - операция

Волгоградта йәшәүсе ете бала әсәһен булмаған яман шешен алдырыу өсөн түләүле операция яһатырға өндәгәндәр.

Волгоградта йәшәүсе ете бала әсәһен булмаған яман шешен алдырыу өсөн түләүле операция яһатырга өндәгәндәр. Табиптар Елена Бадалянда, йәнәһе, яман шеш тапҡан һәм тиҙ арала операция яһатырға ҡуша. Хаҡы -25 мең сум. Пациент шок хәлендә ҡала. Декретта ултырыусы күп балалы әсәнең ундай аҡсаһы булмай. Өҫтәүенә, ҡатын медицина страховкаһы барыһын да ҡаплар әле, тип уйлай. Ул әлеге мәсьәләне асыҡлау өсөн страховка компанияһына шылтырата. Улар онкоүҙәк менән бәйләнешкә инә, анализдарҙы ҡабат тикшертә. Һөҙөмтәлә, бер ниндәй ҙә яман шеш юҡлығы асыҡлана. Хәзер Елена табиптарға ялыу яҙырға йыйына. Башҡа дауаханалар ҙа тикшереләсәк.
Читайте нас: