Росстат 2019 йылда сәләмәт тормош рәүеше алып барған граждандар өлөшөн иҫәпләгән, Рәсәй буйынса уларҙың өлөшө 12 процент тәшкил иткән. Рейтингтың тәүге өсөү иҫәбендә Ингушетия (48,8 процент), Крым (29,2 процент) һәм Адыгея (28,8 процент). Башҡортостан Республикаһында сәләмәт тормош рәүеше алып барыусылар өлөшө 19,8 процент. Бындай һығымталар яһалғанда, кешенең тәмәке тартмауы, физик активлығы, тоҙҙо артыҡ ҡулланмауы (тәүлегенә 5 грамдан артыҡ түгел) һәм алкоголде аҙнаһына ир-егеттерҙең 168 грамдан, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 84 грамдан артыҡ ҡулланмауы иҫәпкә алынған.