Һуңғы көндәрҙә ошоноң кеүек яңылыҡтар таралды. Имеш һыуытҡас, боҙ туңа һәм водолаздар һыу аҫтынан эҙләүҙе яҙға тиклем туҡтата. Был ысынлап та шулаймы? Әгәр ғаилә һыу төбөндә булһа, яҙға тиклем улар тураһында бер нимә лә билдәле булмаҫмы?
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығында был һүҙҙәрҙе инҡар иттеләр. Бер нимәгә ҡарамай балаларҙы һәм уларҙың атаһын эҙләү дауам итәсәк. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың белгестәре һәм водолаздары хатта ял көндәрендә лә эҙләүҙе туҡтатмай. Иртәгә улар йәнә Бөрө ҡалаһына барып, Ағиҙел аша понтонлы кисеү тирәһен тикшерәсәк.
Ғаиләне һыу төбөнән эҙләү осраҡлы түгел. Төп версия буйынса – улар батҡан. Быға уларҙың ярҙан йыраҡ түгел урында ҡалдырылған автомобиле һәм ярға килеп сыҡҡан өрөп тултырмалы резина матрасы ишаралай.
Ҡотҡарыусылар ҙа кешеләр бит. Балаларҙың әсәһенең, ғаиләнең яҡындарының нисек ҡайғырыуы һәм ниндәй ҙә булһа яңылыҡ көтөп зар-интизар булыуын улар яҡшы аңлай...
Фото: Эльмира Мазованың сәхифәһенән.