газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2019, 23:31

Башҡортостанда алты метр оҙонлоҡтағы кеше йәшәгән...

Ҡыҙыҡ хәлдәр осрап ҡына тора. Салауат районының “На земле Салавата” гәзитендә донъя күргән яңылыҡ йәнә шаҡ ҡатырҙы. Баҡһаң, Салауат районының Ташауыл ауылы янындағы Йүрүҙән йылғаһы ярында буйы алты метр булған кешенең ҡәберлеге табылған.

Урындағы кешеләр был урында ысын великан күмелгән тип бара. Халыҡтың ышаныуы буйынса, был ҡәберлек ауылды һыу баҫыуҙан һаҡлап тора. Бында “Янғантау” геопаркына ял итергә килгән туристарҙы килтереп тә күрһәтәләр икән.
Өлкән быуын кешеләре белдереүенсә, был ҙур кеше бик изге күңелле, тик яңғыҙ булған. Әммә был факт буйынса ғилми тикшеренеүҙәр үткәрелмәгән. Нисек кенә булмаһын, был яҡта йәшәгәндәр легендаға ышана һәм ҡәберлекте ситтәргә күрһәтмәҫкә тырыша.
Великандар ғаиләһе Көньяҡ Уралда һәм хәҙерге Свердловск өлкәһенең бер өлөшөндә йәшәүе ихтимал, тиҙәр.
Ышанырғамы-юҡмы, үҙегеҙ беләһегеҙ. Әммә шул урынды бер барып күрге килә ул...
Автор: Альфия Мингалиева

Читайте нас: