14 ноябрҙә Амур төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы колледжына бер студент мылтыҡ тотоп барып, бер курста уҡығандарына ут асыуы барса халыҡты тетрәндерҙе.
Берәү үлгән, дүртәү яраланған, тиҙәр.
Шаһит булған йәштәр һөйләүенсә, атыусы егет мылтыҡты, һаҡсы эргәһенән үтеп ингәндән һуң, бәҙрәфтә ҡорған. Шунан курсташтары ултырған аудиторияға килеп, ут аса.
Полицейскиҙар килгәндән һуң ул аудиторияларҙың береһендә бикләнеп атылып үлә.
Был хәлдең бер сәбәбе - егеттең тиҫтерҙәре менән конфликты, тип фаразлайҙар. Курсташтары әйтеүенсә, атыусы студент агрессив булмаған, сәйер тойолмаған. Ул дүртенсе курста компьютерсыға уҡыған булған.
Бик аяныс хәл. Йәштәрҙең ниндәйҙер конфликтты ла күтәрә алмай, ҡоралға тотоноуы үтә аяныслы.