Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көйөргәҙе районынан күп балалы ғаиләгә ярҙам итергә вәғәҙәләне. Был турала ул социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙған. Көйөргәҙененә Гөлмирә Биксурина яңғыҙы өс баланы тәрбиәләй. Ул Башҡортостанда тыуып үҫкән, һуңынан Үзбәкстанға йәшәргә күскән. 2012 йылда балалары менән тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Әммә бюрократия арҡаһында Рәсәй гражданлығы юллай алмай. Өлкән улы быйыл Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырырға әҙерләнә, ләкин паспорт булмау сәбәпле уны һынауға үткәрмәүҙәре мөмкин. Радий Хәбиров Биксуриндар ғаиләһенә ярҙам итергә вәғәҙәләне. “Кешенең сығышы йәки документта нимә яҙылғанына ҡарамаҫтан, күрше булып йәшәйбеҙ икән, битараф ҡалмайыҡ. Үҙебеҙҙекеләрҙе ситкә типмәйбеҙ”, - тип яҙған Республика Башлығы.