2020 йылда Петербургта уҙасаҡ БРИКС саммитына киң иҡтисади программа әҙерләнәсәк, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин.
БРИКС саммиты 13-14 ноябрҙә Бразилияла үтә. Һуңынан рәйеслек Рәсәйгә күсә.
"Петербургтағы саммитына, ә беҙ уны киләһе осрашыуҙы 2020 йылдың июлендә уҙғарырға уйлайбыҙ, унда сараларҙың киң программаһы әҙерләнәсәк. Уларҙың күбеһе иҡтисади хеҙмәттәшлеккә арналасаҡ", - тине Путин БРИКС-тың Эшлекле форумын ябыу тантанаһында.
Беҙҙең ил башлығы һүҙҙәренсә, ойошма алдында ниндәй яңы маҡсаттар ҡуйырға кәрәклеге һәм беҙҙең сауҙа, финанс һәм инвестициялар өлкәһендәге берҙәм эшмәкәрлектә ниндәй масштаблы бурыстарға иғтибарҙы йүнәлтеү мөһим икәнлеге икәнлеге хаҡында уйлау кәрәктер.